«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Азат Бәҙрәнов БР Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы булып эшләйәсәк



16.07.2019 Азат Бәҙрәнов БР Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы булып эшләйәсәк

Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы итеп Азат Бәҙрәнов тәғәйенләнде. Бының туралағы указға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Радий Фәрит улының икенсе бойороғо менән Урал Килсенбаев икенсе эшкә күсеү сәбәпле БР Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы вазифаһынан бушатылды.

Белешмә. Азат Шамил улы Бәҙрәнов 1986 йылдың 6 декабрендә Өфөлә тыуған. Башҡорт дәүләт университетын, Н.Э. бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университетын, Рәсәй Фәндәр академияһының Дәүләт һәм хоҡуҡ институтының аспирантураһын тамамлаған.

2006 йылда шәхси эшҡыуар булып эш башлаған.

2010 йылда – “Башҡортостан республикаһының Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле” дәүләт мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеһы юрисконсульты.

2011 йылда – Рәсәй Юристар ассоциацияһының Мәскәү өлкә бүлеге проекттар үтәү методикаһы эшләү буйынса белгес.

2013–2014 йылдарҙа – РФ Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы.

2013–2015 йылдарҙа – БР Фәндәр академияһы Гуманитар эҙләнеүҙәр институтының этнополитология бүлеге кесе ғилми хеҙмәткәре.

2014 йылда – Мәскәү өлкәһенең Одинцов муниципаль районы Голицыно ҡала биләмәһе хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы, төҙөлөш һәм ер менән ҡулланыу бүлегенең әйҙәүсе эксперты.

2015–2018 йылдарҙа – РФ Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле аппаратының Сәйәси хоҡуҡтарҙы яҡлау идараһы бүлегендә кешенең сәйәси хоҡуҡтарын яҡлау бүлеге баш белгес-эксперты.

2018–2019 йылдарҙа – БР Башлығы Идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса начальнигы урынбаҫары, БР Башлығы Идаралығының ижтимағи-сәйәси үҫеше буйынса сәйәси планлаштырыу һәм проектлау бүлеге мөдире – идаралыҡ начальнигы урынбаҫары.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға