«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Белорет дауаханаһы баш табибы социаль селтәр аша хаҡлы ялдағы коллегаларын эшкә саҡырған



16.07.2019 Белорет дауаханаһы баш табибы социаль селтәр аша хаҡлы ялдағы коллегаларын эшкә саҡырған

Башҡортостанда Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы баш табибы Евгений Кустов хаҡлы ялдағы табиптарҙы үҙенә районға ауылдарҙа эшләргә саҡырып, «Фейсбук»тағы сәхифәһенә түбәндәгеләрҙе яҙған:

«Белорет үҙәк район клиник дауаханаһында беҙ йыш ҡына пенсиялағы табиптарҙы эште дауам итергә һорайбыҙ. Ни өсөн тигәндә был «ҡарт гвардия» амбициялы йәштәргә ҡарағанда бурысын яҡшыраҡ башҡара, йәшәү һәм эш тәжрибәһе лә байтаҡ. Уларға өлкән пациенттар ҙа нығыраҡ ышана. Шуға күрә лә был пост менән Өфөлә, Силәбелә, Екатеринбургта, Магнитогорскиҙа йәшәгән пенсия алды һәм хаҡлы ялдағы табиптарҙы ауыл дауаханаларына эшкә саҡырам», — тигән.

Артабан Евгений Кустов ҡаланан ауылға күсеп килеү өҫтөнлөктәре менән таныштырған:

— йәшәргә торлаҡ бирелә һәм киләсәктә фатир һорауын хәл итеүҙә ярҙам ителә;

— пенсиянан юғарыраҡ лайыҡлы эш хаҡы;

— ауылда өлкән йәштәге пациенттар күп, улар менән уртаҡ телде еңел табып була;

— «ҙур клиникала ярҙамсы хирург булғансы, Инйәрҙә беренсе (төп, хөрмәт ителгән) хирург булыу яҡшыраҡ»;

— эшкә йөрөгәндә йәмәғәт транспортында тығылып йөрөмәҫкә мөмкин.

«Беҙҙең район тәбиғәте республикала иң матуры тип һанала, шуға күрә лә балаларығыҙ ҙа ҡунаҡҡа йышыраҡ киләсәк, ейәндәрҙе каникулға ебәрәсәк, — тип яҙған баш табип. — Ауылдың тыныс тормошонда һеҙ ҙур ҡаланың стрестары тураһында онотасаҡһығыҙ, саф һауа һәм тәбиғи ашамлыҡтар һаулығығыҙ өсөн ҡулайлы буласаҡ».

Эш тип ҡыҙыҡһыныусылар Евгений Кустовҡа «Фейсбук»тағы сәхифәһендә хәбәр яҙа ала.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға