«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республикала өр-яңы 20 автобус рейсҡа сыҡты



15.07.2019 Республикала өр-яңы 20 автобус рейсҡа сыҡты

“Башавтотранс” предприятиеһы ҡарамағына тапшырылған автобустарҙың асҡыстарын Радий Хәбиров водителдәргә үҙе тапшырҙы. Улар Көньяҡ автовокзалдан тәүге рейсҡа юлланды ла инде.


Автобустар Дүртөйлө, Нефтекама, Октябрьский, Туймазы, Бөрө, Яңауыл, Белорет, Учалы, Стерлетамаҡ, Салауат, Мәләүез, Баймаҡ һәм Сибайҙан Өфөгә маршруттары буйынса йөрөйәсәк. Шулай уҡ Башҡортостандан Татарстанға, Ырымбур өлкәһенә һәм Пермь крайына халыҡты ташыясаҡ.
Улар барлығы 300 тораҡ пунктты хеҙмәтләндерәсәк.

Ошо арала предпрятиеға тағы 6 “НефАЗ” автобусы килтереләсәк. 1 ноябргә тиклем “Башавтотранс” барлығы 74 автобусҡа эйә буласаҡ. Урта һәм бәләкәй автобустарҙы һатып алыу ҙа күҙаллана.

Радий Хәбиров үҙенең күңел кисерештәре менән былай тип уртаҡлашты:

“Вот такие первые красавцы сегодня выехали по междугородним маршрутам «Башавтотранса». Важно, что они наши, родные, произведенные в Нефтекамске. Комфортабельные, современные, безопасные. Я обещаю сделать транспортные перевозки в республике такими, чтобы жители могли сказать за это «спасибо».





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға