«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡыҫала тотоу фестиваленә барҙығыҙмы?



15.07.2019 Ҡыҫала тотоу фестиваленә барҙығыҙмы?

Мәләүез районында Бөтә донъя ҡыҫала тотоу фестивале ойошторолдо. Сарала Рәсәй һәм башҡа илдәрҙән 500 самаһы турист ҡатнашты.


“Иштуған” фермер хужалығы бындай фестивалде өсөнсө йыл рәттән уҙғара. Ҡатнашыусылар ҡыҫалалар уҙышын ҡараны, уларҙан аш-һыу тәмләне, халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәрен алды һәм ҡыҫала тотоу буйынса ярышты.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: proural


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға