«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Учалыла оло байрам!



13.07.2019 Учалыла оло байрам!

Учалы ҡалаһында бөгөн сағыу байрам: "Таусы" стадионында республикабыҙҙың 100 йыллығы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 65 йыллығы һәм ҡала көнө айҡанлы саралар үтте.

Байрамды "Минең Башҡортостаным" композицияһы асып ебәрҙе, уны комбинаттың спорт секцияларында шөғөлләнеүсе йәш спортсылар (хоккеистар, мотоуҙышсылар һ.б.) дауам итте. Комбинаттың ветерандары колоннаһын - тәүге таусыларҙы тамашасылар аяғүрә баҫып алҡышланы. Ә инде үҙенсәлекле карнавал бер кемде лә битараф ҡалдырманы: комбинаттың хеҙмәткәрҙәре төрлө милләт вәкилдәрен, төрлө илдәрҙе сағылдырған кейемдәр кейеп үтте - был ғәжәп матур күренеш булды!

Байрамдың рәсми өлөшөндә учалыларҙы сенатор Лилиә Ғүмәрова, район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының генераль директоры Зәкәриә Ғибәҙуллин һәм башҡа ҡунаҡтар ҡотланы, хеҙмәт алдынғыларына почетлы исемдәр, грамоталар, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Айҙар Ғәлимовтың концерты, тантана айҡанлы уҙғарылған стритбол, хоккей турниры, "ребусня" кеүек төрлө конкурстарға йомғаҡ яһау, "Ләйсән" һәм "Кристалл" ансамблдәренең бейеүҙәре, "Ла Гранж" кавер-төркөмөнөң, "Splash" төркөмөнөң, "Баян MIX" һәм башҡа артистарҙың сығышы тамашасы күңеленә хуш килде.

Байрамды "Иванушки International" төркөмөнөң сығышынан һуң салют тамамланы.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Автор.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға