«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БДУ һәм ӨДНТУ тамамлаусылар иң күп эш хаҡы алалар



12.07.2019 БДУ һәм ӨДНТУ тамамлаусылар иң күп эш хаҡы алалар

Superjob порталы уҡыуҙы 1–5 йыл элек тамамлаған һәм «Финанстар һәм иҡтисад» өлкәһендә мәшғүл булған йәш белгестәрҙең эш хаҡы кимәле буйынса 2018 йылға ҡарата Рәсәй юғары уҡыу йорттары рейтингын баҫып сығарҙы.

Исемлектең тәүге 20-һендә Башҡорт дәүләт университеты бар. Уны тамамлаусылар айына уртаса алғанда 59 мең һум эш хаҡы ала, сығарылыусыларҙың 70%-ты Өфөлә эшләргә ҡалған.
Рейтингтың тәүге өсәүһен Юғары иҡтисад мәктәбе (110 мең һум), Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институты (100 мең), Мәскәү дәүләт университеты (95 мең) биләгән.

Шулай уҡ порталдың сайтында уҡыуҙы 2012-2017 йылдарҙа тамамлаған һәм ИТ өлкәһендә мәшғүл булған йәш белгестәрҙең эш хаҡы кимәле буйынса 2018 йылға ҡарата Рәсәй юғары уҡыу йорттары рейтингы ла донъя күргән.

12-се урында Өфө авиация-техник университеты килә. Уны тамамлаусы белгес-айтишник айына уртаса алғанда 95 мең һум ала. сығарылыусыларҙың 75%-ты баш ҡалала эшләргә ҡалған. Тәүге урындарҙа иһә Мәскәү физика-техник институты (150 мең), Н.Э. Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты (130 мең) һәм «МИФИ» Милли тикшеренеү ядро университеты (120 тысяч) биләгән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға