«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Хәйбулла-шоу" таланттарын барлай



11.07.2019 "Хәйбулла-шоу" таланттарын барлай

Хәйбулла таланттары майҙан тота

Был районда матур йолаға әйләнгән конкурстар, фестивалдәр бик күп. Быйыл да, Мәскәү ҡалаһында үткән Һабантуй байрамынан ҡайтыу менән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре оло сараға әҙерлек эштәрен башланы. Сөнки йыл һайын бында асыҡ һауала "Хәйбулла -шоу" йәш таланттар конкурсы үтә. 14 ауыл биләмәһендә йәшәүсе йырсылар, бейеүселәр район үҙәгенең Ял һәм мәҙәниәт паркында ике аҙна дауамында сығыш яһай. Иң-иңдәр жюри тарафынан 31 июлдә үтәсәк финал концертына һайлап алына.
"Хәйбулла-шоу" конкурсын 12 июль көнө Һамар, Яңы Ергән, Әбеш ауыл биләмәләре аса.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға