«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алға, башҡорт ҡыҙы!



11.07.2019 Алға, башҡорт ҡыҙы!

Башҡорт ҡыҙы өсөн тауыш бирәйек!

16 июнь көнө Чебоксар ҡалаһында "Мисс туризм Россия" Бөтә Рәсәй матурлыҡ конкурсы башлана. Унда Башҡортостан данын 19 йәшлек Эльмира Шәйехова яҡлаясаҡ. Биш көн барған бәйгелә "Мисс талант", "Мисс бикини", "Мисс дуҫлыҡ" һәм "Иң яҡшы милли костюм" номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Ә 21 июнь көнө үтәсәк финал ярышында бәйгенең төп еңеүсеһе - Гран-при эйәһе һәм иң һылыу өс ҡыҙ асыҡлана.

Конкурста быйыл илдең төрлө төбәктәренән 32 сибәркәй ҡатнаша. Эльмира һынатмаҫ, тип ышанғы килә. Быға тиклем ул "Өфө һылыуы - 2017", "Мисс Башҡортостан- 2018" титулдарына эйә булды, Ҡытайҙа үткән халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһендә ҡатнашты. Шулай уҡ гәзитебеҙ ойошторған "Йәшлек гүзәле" фотоконкурсында ла еңеү яулап, йыллыҡ календарҙы биҙәне.

Әлеге ваҡытта "Тамашасылар һөйөүе" номинацияһында тауыш биреү бара. Әйҙәгеҙ дәррәү генә https://vk.com/miss_tourism?w=wall-38007862_3729%2Fall ссылкаһына инеп, Эльмира Шәйехова өсөн тауыш бирәйек!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға