«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер йәшлек бала һыуға сәсәп үлгән



10.07.2019 Бер йәшлек бала һыуға сәсәп үлгән

Бәләкәй баланы күҙ уңынан ысҡындырҙыңмы, эш боҙғанын көт тә тор.
Иглин районында бер әсәй бер йәшлек сабыйын коляскаға ултыртып, үҙе эш менән булыша. Малай ултырған урынынан төшөп, һыу менән тулы биҙрә янына килеп, һыу менән уйнай башлай. Биҙрәнең ситенә тотонғанда , ул түңкәрелеп китә һәм бала һыуға сәсәп үлә. Әсәһе уны ҡотҡарып ҡала алмай.
Ҡулсыр бала булғандыр инде , күрәһең…
Әсәйҙәр, сабыйҙарыбыҙға иғтибарлы булайыҡ!





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға