«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алты кеше фәнни роталарҙа хеҙмәт итәсәк



10.07.2019 Алты кеше фәнни роталарҙа хеҙмәт итәсәк


Быйыл республиканан 6 егет фәнни роталарҙа хеҙмәт итәсәк. Улар « ЭРА» технополисындағы дүрт ротала роботехника, биотехнологиялар, IT- системалар менән шөғөлләнәсәк. Егеттәр РФ Оборона министрлығының фәнни үҙәгенә алдан заявка ҡалдырған. Фәнни ротаға эләгеү өсөн талаптар юғары: хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың фән өлкәһендә ҡаҙаныштары булырға тейеш. Буласаҡ ғалим- хәрбиҙәрҙе РФ Оборона министрлығының фәнни тикшеренеү ойошмалары һайлап ала. Фән менән шөғөлләнгән роталар Хәрби - йыһан көстәре, Хәрби- дингеҙ флоты, Элемтә хәрби академияһы һәм Баш хәрби- медицина академияһында бар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға