«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алма-Атала Мостай Кәрим урамы асылды



09.07.2019 Алма-Атала Мостай Кәрим урамы асылды

Бөгөн Ҡаҙағстандың Алма-Ата ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург Мостай Кәримгә арналған урамды асыу тантанаһы үтте. Унда Башҡортостандан М.Кәрим исемендәге фонд учредителе, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов етәкләгән делегация ҡатнашты.

Ҡаланын акиматы һәм мәслихәте ҡарарҙары менән Алма-Аатаның үҙәгендә, Ауэз районының "Мамыр-1" биҫтәһендәге урамға Мостафа Сафа улының исеме бирелде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға