«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айыҡ ауылға – 500 мең һум!



09.07.2019 Айыҡ ауылға – 500 мең һум!

15 июлдән Башҡортостанда «Айыҡ ауыл» конкурсы башлана. Төп еңеүсе – 500 мең һум күләмендә аҡса аласаҡ. Икенсе урынды алыусы – 250 мең, өсөнсө урынды – 150 мең һум премия менән бүләкләнәсәк. Финалға үткән 10 ауылға 30-ар мең аҡса тапшырасаҡтар.
Конкурс сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау маҡсатынан үткәрелә. Бәйгегә 30 ноябрҙә йомғаҡ яһала.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға