«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ун алты уҡыусы аттестатһыҙ ҡалған. Кемдәр ғәйепле?



08.07.2019 Ун алты уҡыусы аттестатһыҙ ҡалған. Кемдәр ғәйепле?

Балтас районында БДИ һөҙөмтәләрен фальсификациялау менән шөғөлләнгәндәр. Ошо сәбәпле 16 уҡыусы дисквалификацияланған һәм аттестатһыҙ ҡалған.


Был хаҡта республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә хәбәр иттеләр.

Радий Хәбиров Балтас районы башлығы Илгиз Субушевҡа хәлдең айышына төшөнөргә, ғәйеплеләрҙе табырға ҡушты. Был күңелһеҙ хәл арҡаһында бөтә илгә дан таралды. Быға тиклем БДИ һынауҙары буйынса беҙҙең төбәк иң яҡшыларҙан булып иҫәпләнә ине.

Әгәр ҙә муниципаль
хеҙмәткәрҙәрҙең дә ҡыҫылышы булһа, уларҙы енәйәт яуаплылығына тарттырыу мәсьәләһе ҡараласаҡ.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға