«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өҫтәмә ял көнө



08.07.2019 Өҫтәмә ял көнө

Башҡортостанда 12 август рәсми рәүештә өҫтәмә ял көнө, тип иғлан ителәсәк.

Быйыл Ҡорбан байрамы 11 августҡа, йәғни йәкшәмбегә, тура килгәс, ял көнө дүшәмбегә - 12 августҡа күсерелә.

Ҡорбан байрамы айҡанлы баш ҡалабыҙ Өфөлә ҡорбан салыу йолаһын атҡарыуға ике майҙансыҡ бүленә (Төньяҡ автовокзал янында һәм Зинин ауылы эргәһендәге «Карауан» сауҙа үҙәге алдында). Шулай уҡ «Башҡортостан» сауҙа үҙәге һәм «Ватан» этнопаркында 11 августа «Ҡорбан Хәләл Fest» фестивале ойошторола .





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға