«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дәүләкәндә буласаҡ осоусылар һәм йыһангирҙар йыйылды



06.07.2019 Дәүләкәндә буласаҡ осоусылар һәм йыһангирҙар йыйылды

Дәүләкәндә буласаҡ осоусылар һәм йыһангирҙар йыйылды2 июлдә Дәүләкән районының Калиновка ауылында СССР-ҙың космонавт-һынаусыһы Урал Солтанов исемендәге Халыҡ-ара аэройыһан мәктәбенең икенсе сменаһы башланды. Унда Рәсәйҙең күп кенә төбәктәренән үҫмерҙәр йыйылды. Улар Мәскәү, Мәскәү өлкәһенең Луховицы, Сочи, Дондағы Ростов, Озерск, Южно-Уральск (Силәбе өлкәһе) ҡалаларынан, Башҡортостандың район-ҡалаларынан килгән.

Алмашты тантаналы асыуға почетлы ҡунаҡтар - РФ атҡаҙанған һынаусы осоусыһы, Рәсәй Геройы, "Сухой" фирмаһының әйҙәүсе һынаусы осоусыһы, илебеҙ Хәрби көстәре ветераны Юрий Ващук, Роскосмостың һынаусы космонавты Сергей Кудь-Сверчков, Дәүләкән районында тыуып үҫкән яҡташыбыҙ, яҙыусы, хәрби хәрәкәттәр ветераны Мәхмүт Сәлимов, ӨДАТУ проректоры Георгий Агеев, "ФКР" БРООО-һы башҡарма директоры Сергей Плюхов һәм дә легендар Урал Солтанов ҡатнашты.

Был көндө аэройыһан мәктәбенә бик шәп бүләк - ҡиммәтле акустик аппаратура тапшырылды. Уны Рәсәй Космонавтика федерацияһының Башҡортостан төбәк бүлеге бирҙе.

Кискеһен иһә ӨДНТУ-ны тамамлаған әүҙем ҡыҙ Ләйсән Мирфәтихова команда яһау буйынса күнекмә үткәрҙе.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға