«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ныҡышмалы егеттәр маҡсаттарына ирешә!



05.07.2019 Ныҡышмалы егеттәр маҡсаттарына ирешә!

Беҙ ябай ғына үҫмер Денис Сәлимовтың артыҡ ауырлыҡтан ҡотолоу маҡсатында тренажер залына килеп, тренер Серик Зәйнуллиндың етәкселеге аҫтында ете ҡат тире сыҡҡансы шөғөлләнеп, ҡыҫҡа ғына арауыҡ эсендә байтаҡ уңыштарға өлгәшеүе тураһында яҙғайныҡ.

Ошо башҡорт егете уңыш баҫҡысы буйлап артабан үрләүен дауам итә: 17 июндә Өфөлә пауэрлифтинг буйынса БР чемпионаты һәм беренселегендә Денис Сәлимов 74 кг тиклемге ауырлыҡ категорияһында (18 йәшкәсә егеттәр араһында) алтын миҙал яуланы! Шулай уҡ Денис 29 июндә Магнитогорск ҡалаһының асыҡ беренселегендә үҙ ауырлыҡ категорияһында беренсе урын алып, абсолют зачетта ла "алтын"ға лайыҡ булды! Тырыш егеткә артабан да еңеүҙәр һандығын тултырып байытыуын теләйбеҙ!

Әйткәндәй, Учалы ҡалаһының "Дельфин" тренажер залында шөғөлләнеүсе башҡа егеттәр һәм ҡыҙҙар ҙа пауэрлифтинг буйынса һәр бер ярышта тиерлек призлы урындар яулай.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға