«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Луизаның ҡыҙы шылтыратҡан...



05.07.2019 Луизаның ҡыҙы шылтыратҡан...

Теге ҡасҡалаҡ уғры кассирша Луиза Хәйруллина тотолған, тип яҙғайныҡ инде. Баҡһаң, уларҙың бер ҡыҙы телефондан олатаһына шылтыратҡан.

Ә шылтыратыу "прослушка"ла торған. Шуның буйынса уларҙың ҡайҙалығын белгәндәр. Органдар СОРМ системаһы аша кеҫә телефон сигналына триангуляция яһап (йүнәлеш аша) асыҡлаган.

Бына һиңә "эштең һуңы".

Республика МВД-һы сайтында Луизаны тотоу видеоһы һалынған. Ҡатын һорауҙарға яуап бирмәй. Ғаилә бергә тотолған, тигән мәғлүмәт бар. Тик аҡсалар ғына юҡ әлегә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға