«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » СССР-ҙа баскетбол булған...



05.07.2019 СССР-ҙа баскетбол булған...

Латвия менән Сербияла басетбол буйынса Европа беренселегендә Рәсәй йыйылма ҡатын-ҡыҙ командаһы ярымфиналға сыға алманы.
Улар Испания баскетболсыларына 78:54 иҫәбенә отолоп, төп бәйгенән төшөп ҡалды. Ғөмүмән, беҙҙең һылыуҙар инде 2011 йылдан алып уңышҡа өлгәшкәне юҡ. Европа чемпионаты тарихына ҡайтҡанда, бер ваҡыр элекке беҙҙең СССР йыйылма командаһы 1950 йылдан алып 1991 йылға тиклем уҙған 22 беренселектең 21-дә(!) чемпион була. Улар 1958 йылда ғына Болгария командаһына еңелеп, «көмөш»лө булалар. Үәт уйнағандар, исмаһам… Ә инде Рәсәй баскетболсылары өс тапҡыр ғына алдынғылыҡты бирмәй.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға