«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Матур яңылыҡтар менән һөйөндөрә учалылар!



04.07.2019 Матур яңылыҡтар менән һөйөндөрә учалылар!

Учалы ҡалаһының 1-се һанлы лицейының башланғыс синыфтар корпусында элекке оҫтахана ремонтлана - яңы уҡыу йылында балалар бер генә сменала уҡыясаҡ! [/b]

Элекке оҫтаханала тәҙрәләр, ишектәр, иҙән алыштырыла. Бында өҫтәмә рәүештә 75 урынлыҡ өс класс асыласаҡ. Тиҙҙән яңы йыһаз да алынасаҡ, тип белдерә Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов. Бынан тыш Сәфәр ауылында балалар баҡсаһының түбәһе алыштырыла, Учалы ауылында урта мәктәптең тыш яғы ремонтлана.

Бына шундай матур яңылыҡтар менән һөйөндөрә беҙҙе учалылар!





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Р.Ғиләзетдинов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға