«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Войнов НХЛ-ға кәрәкмәй



04.07.2019 Войнов НХЛ-ға кәрәкмәй

Рәсәйҙең билдәле хоккейсыһы Вячеслав Войнов НХЛ-да булған ғауғанан һуң һаман үҙенә ярашлы клуб таба алмай ыҙалана.
2014 йылда НХЛ-дың «Лос Анджелес» командаһында сығыш яһаған һаҡсы ғаиләһендә булған талаштан һуң, клуб етәкселеге унан баш тартты. Ул аптырап тыуған яғына ҡайта һәм СКА менән килешеү төҙөй. Улар менән Гагарин кубогын яулай һәм килешеүен оҙайтмай, бәхетен эҙләп ҡабаттан НХЛ-ға юллана. Тик Лос Анджелес суды уның ғәйебен танып, уға уйнарға рөхсәт бирмәй. Әлеге ваҡытта суд үҙенең ҡарарын йомшартып, Войновтың дисквалификацияһын ҡыҫҡартты. Уның ваҡыты үтеү менән дә, моғайын «Лос Анджелес» һәм дә башҡа клубтар булған мөнәсәбәттәренән һуң уны үҙендә күрергә теләмәҫ. Войновҡа бер генә юл ҡала – КХЛ. Тик улар ҙа ҡиммәтле хоккейсыны СКА командаһынан башҡалар үҙ елкәһендә күтәрә алмаҫ кеүек. Ә бит уға 29 ғына йәш. Уйнарға ла уйнарға…





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға