«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ниһайәт, халыҡтың үтенесенә ҡолаҡ һалдылар



03.07.2019 Ниһайәт, халыҡтың үтенесенә ҡолаҡ һалдылар

Был урында тимер юлы аша үткәндә поезд аҫтында ҡалып, күпме кешенең ғүмере өҙөлдө икән? Халыҡ чиновниктарға күпме генә мөрәжәғәт итмәһен, күпер төҙөү мәсьәләһе хәл ителмәй килде.
Ниһайәт, халыҡтың үтенесенә ҡолаҡ һалдылар.
Шишмә районының Шөңгәккүл ауылында тимер юлы аша күпер төҙөләсәк. Проект Республика адреслы инвестиция программаһы аша тормошҡа ашырыла, 8 млн 185 мең һумға баһалана. 43 метр оҙонлоғондағы ҡоролма ете тимер юлы өҫтөнән ҡуйыласаҡ





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға