«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Америка командаһы йәнә чемпионлыҡҡа дәғүә итә



03.07.2019 Америка командаһы йәнә чемпионлыҡҡа дәғүә итә

Францияла футбол буйынса ҡатын-ҡыҙҙар араһында барған донъя чемпионатында Америка командаһы Англия уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп, финалға сыҡты.
Улар төп приз өсөн Швеция һәм Нидерланд футболсылары араһында буласаҡ еңеүсе менән осрашасаҡ. Ғөмүмән, АҠШ футболсылары донъя аренаһында иң көслөләренән һанала. Улар үҙ тарихында өс тапҡыр кубокты яулай. Бер тапҡыр – көмөш һәм өс тапҡыр бронза миҙал призеры ла була. Германия – ике һәм Норвегия менән Япония командалары берәр тапҡыр еңеүсе була. Рәсәй футболсылары квалификацияны үтә алмай, турнирҙы ситтән күҙәтергә мәжбүр. Улар ошо бәйгелә өс тапҡыр ҡатнаша һәм икеһендә сирекфиналға барып етә.
Донъя чемпионаты 1991 йылдан алып, дүрт йылға бер тапҡыр уҙғарыла.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға