«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй баскетболсылары сирекфиналға сыҡты



03.07.2019 Рәсәй баскетболсылары сирекфиналға сыҡты

Рәсәй ҡатын-ҡыҙ йыйылма командаһы баскетболсылары Италия командаһын 63:54 иҫәбенә отоп, 2015 йылдан алып, тәүгә Европа беренселегенең сирекфиналына сыҡты.
Улар төркөм осрашыуында Бельгия менән Сербия баскетболсыларына еңелеп, Беларусь һылыуҙарын отто һәм өсөнсө урындан плей-оффҡа эләкте. Сирекфиналда улар Испания командаһы менән уйнаясаҡ. Ғөмүмән беҙҙең ҡыҙҙар үҙ тарихында Европа чемпионатында өс тапҡыр алтын (2003, 2007, 2011 йылдар), өс тапҡыр көмөш (2001, 2005, 2009 йылдар) һәм ике тапҡыр бронза (1995, 1999 йылдар) миҙал яулай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға