«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй тәрән һыу аҫты аппаратында янғын сыҡҡан, 14 моряк һәләк булған.



02.07.2019 Рәсәй тәрән һыу аҫты аппаратында янғын сыҡҡан, 14 моряк һәләк булған.

Рәсәй тәрән һыу аҫты аппаратында янғын сыҡҡан, 14 моряк һәләк булған.Утлы ғәрәсәт кисә, 1 июлдә Североморск ҡалаһы янындағы илебеҙ биләмәһенә ҡараған һыуҙарҙа ҡупҡан. РФ Хәрби флотының ғилми-тикшеренеү аппаратында батиметрик тикшереү үткәргәндә янғын сыҡҡан.

Команда ғүмерҙәрен аямай утҡа ҡаршы көрәшкән, шулай ҙа 14 моряк төтөнгә сәсәп үлгән.

Әле РФ Хәрби-дингеҙ флоты главнокомандующийы етәкләгән комиссия фажиғә сәбәптәрен тикшерә.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға