«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Махсус сигнал" операцияһы башланды



02.07.2019 "Махсус сигнал" операцияһы башланды

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы 2 июлдән 7 июлгә тиклем « Махсус сигнал» операцияһы уҙғара. Сара барышында «Тиҙ ярҙам» , янғын һүндереү хеҙмәте, полицияның автомобилдәренә юл бирмәгән водителдәр асыҡланасаҡ. Әгәр ҙә һеҙ тауыш, ут сигналдары эшләгән автомобилдәр артығыҙҙан килгәндә, ситкә сығып, уларҙы үткәреп ебәрмәйһегеҙ икән, 500 һум штраф түләүегеҙ йәки 1 айҙан 3 айға тиклем водитель таныҡлығығыҙҙан ҡолаҡ ҡағыуығыҙ ихтимал.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға