«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Панарин 81,5 миллион, Бобровский – 70 миллион доллар аласаҡ



02.07.2019 Панарин 81,5 миллион, Бобровский – 70 миллион доллар аласаҡ

НХЛ-да уйнаған Рәсәй һөжүмсеһе Артем Панарин «Рейнджерс» клубында һигеҙ, ҡапҡасы Сергей Бобровский «Флорида» командаһында ете йыл уйнаясаҡ.
27 йәшлек һөжүмсе «Рейнджерс» командаһында 81,5 миллионға байыһа, 31 йәшлек ҡапҡасы 70 миллион доллар һуғасаҡ. Хәҙер Артем билдәле Александр Овечкинды уҙып, НХЛ-да уйнаған Рәсәй уйынсылары тарихында иң байы булып танылды. Овечкин «Вашингтон» клубында йылына 9,538 миллион доллар «һуға». Әлеге ваҡытта НХЛ-да, Панариндан тыш, «Эдмонтон»да сығыш яһаусы Коннор Макдэвид ғына күберәк эш хаҡы ала. Уның йыллыҡ килеме 12,5 миллион долларға тиң.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға