«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәле Винус Уильямс бала-сағаға отолдо



02.07.2019 Билдәле Винус Уильямс бала-сағаға отолдо

АҠШ-тың 15 йәшлек ҡыҙы Кори Гауфф яңыраҡ теннис буйынса йыл да уҙған билдәле Уимблдон турнирының беренсе әйләнешендә үк данлыҡлы яҡташы Винус Уильямсты еңеп, сенсация яһаны.
39 йәшлек Винус ошо турнирҙың биш тапҡыр еңеүсеһе булып һанала. Шулай уҡ ул АҠШ-тың асыҡ беренселегендә ике тапҡыр еңеү байрам итте. Бер туған һеңлеһе Серена ла ошо башланған турнирҙа ҡатнаша.
Беҙҙең өмөтлө яҡташыбыҙ Дарья Касаткина ла өйөнә ҡатырға мәжбүр. Ул да үҙенән рейтинг буйынса түбәнерәк дәғүәсеһенә отолдо.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға