«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кисә Сибай ҡалаһында үтә күңелһеҙ хәл теркәлде



02.07.2019 Кисә Сибай ҡалаһында үтә күңелһеҙ хәл теркәлде

Пионерҙар урамынан светофорҙың йәшел утына уңға хәрәкәт иткән "ЗиЛ" машинаһы водителе һигеҙ йәшлек малайҙы тапатҡан. Бала юл аша велосипедын этеп, йәйәүләп сығып барған булған.

Малай ауыр йәрәхәттәр алған, уны дауаханаға оҙатҡандар.

Машина водителе йыл ярым элек үк руль артында эсеп тотолоп, таныҡлығын алдырған булған. "ЗиЛ" да учеттан төшөрөлгән. Хәҙер быларҙың барыһын да тикшерәсәктәр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға