«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Мисс эко Башҡортостан" бәйгеһе үтә



01.07.2019 "Мисс эко Башҡортостан" бәйгеһе үтә

Луиза Зәкирйәнова етәкләгән "Мисс Башҡортостан" моделдәр агентлығы республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән берлектә матурлыҡ бәйгеһе үткәрә.

Әлеге ваҡытта "Мисс эко Башҡортостан" конкурсының финалына һайлап алыу турҙары бара. Унда буйы 165 см кәм булмаған, сәхнә мәҙәниәте менән таныш булған, кәүҙә төҙөлөшө 90-60-90 параметрҙарына яҡын булған 16-25 йәшлек ҡыҙҙар саҡырыла. Конкурста еңеүсе республика исеменән БМО булышлығында үткән «Miss Eco International - 2020” халыҡ-ара конкурсында ҡатнашасаҡ.

Конкурстың финалы 14 июлдә үтә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән "Бәйләнештә" сайтындағы https://vk.com/miss_bashkortostan адрес буйынса таныша алаһығыҙ.






Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға