«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Доротея Вирер биатлонды популярлаштыра…



01.07.2019 Доротея Вирер биатлонды популярлаштыра…

Италия йыйылма командаһының билдәле биатлонсыһы Доротея Вирер интернет селтәренә үҙенең шәрә килеш фотоһын һалып, спорт һөйөүселәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Хәҙер улар биатлон миҙгелен түҙемһеҙләнеп көтөп, был спорт төрөнөң фанаттарын бермә-бер арттырҙы.
Вирер уҙған миҙгелдә уңышлы сығыш яһап, донъя кубогы этабы еңеүсеһе булды һәм Гәлсәр глобус призын яуланы.
Киләһе этап декабрҙә старт аласаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға