«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кисә Беларуссияла II Европа уйындары тамамланды



01.07.2019 Кисә Беларуссияла II Европа уйындары тамамланды

Рәсәй йыйылма командаһы 44 алтын, 23 көмөш һәм 42 бронза миҙал яулап, командалар араһында уҙғанындағы кеүек беренсе урын яуланы.
Бәйге хужалары 24 алтын, 16 көмөш һәм 29 бронза миҙал яулап, икенсе булһа, Украина спортсыларының иҫәбендә – 16 алтын, 17 көмөш һәм 18 бронза. Беренсе уйындарҙа беҙҙең яҡташтар 35 алтынға күберәк эйә булғайны.
Киләһе уйындар дүрт йылдан һуң Польшала уҙасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға