«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бәләбәйҙә - чупакабра!



01.07.2019 Бәләбәйҙә - чупакабра!

Бәләбәй районында билдәһеҙ йыртҡыс йорт ҡоштарын ҡырған. Бының турала социаль селтәрҙәрҙә таралған видеояҙмала билдәле булды. Роликтағы ҡатын әйтеүенсә, тауыҡ-өйрәктәр 29 июндә үлгән. Ҡош-ҡортто берәҙәк эттәр тамаҡлауы ла мөмкин ти ул.

- Хәҙер мин полиция саҡыртам. Бер кем дә хужаһыҙ эттәрҙе тотмай, уларҙы питомникка илтмәй. Улар ас, шуға ла тауыҡ-маҙарға һөжүм итә, - тип әйтә ҡатын.

Социаль селтәрҙәрҙә "чупакабра тамаҡлаған", "урмандан көҙән килгән" тип тә әйтәләр.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға