«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Глушаков Грозныйҙың «Әхмәт»енә юлланды



01.07.2019 Глушаков Грозныйҙың «Әхмәт»енә юлланды

Элекке Рәсәй йыйылма командаһының футболсыһы, «Спартак» клубында уйнап уның составында чемпион булған Денис Глушаков Чечен Республикаһына барып юлыҡты.
Ул быға тиклем командаһы менән уртак фекергә килешә алмай, булған контрактын өҙгәйне. Хатта, ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, йәнәһе «Спартак» етәкселеге уға компенсация рәүешендә 100 миллион һум аҡса биргән тигән хәбәр ҙә таралды. Биреүен биргән, тик күпкә кәмерәк.
Глушаков «Әхмәт» клубы менән бер миҙгелгә килешеү төҙөгән. Унда ла ҡайһы берәүҙәр уның йылына бер миллион евро алырын белдерҙе. Юк, унан аҙыраҡ тине команда етәкселеге.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға