«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ростов ере башҡорт яугирҙарын онотмаҫ!



01.07.2019 Ростов ере башҡорт яугирҙарын онотмаҫ!

Дондағы Ростовта йәшәгән милләттәшебеҙ, отставкалағы подполковник, яҙыусы Мәхмүт Бакир улы Сәлимов хәбәр итте:

- Ростов өлкәһенең Обливский районының Солонец ауыл биләмәһе башлығы Александр Валентинович Кумов былтыр әйткән вәғәҙәһен үтәне - 112-се Башҡорт атлылар дивизияһы хөрмәтенә Деев утарында ҡуйылған һәйкәлде тергеҙҙе. Тап ошо урында кавдивизия 1943 йылдың декабрендә фашистарҙың оборона һыҙатын емергән.

Иҫтәлекле урынды танырлыҡ түгел. Бында өр-яңынан һәйкәл ҡуйылған. Деев утары һуғыштан һуң кире төҙөрлмәһә лә, башҡорт яугирҙарының хәтере мәңге йәшәр! Алға, башҡорттар!







Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға