«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ишембай еренән, Торатауҙан сәләм!



29.06.2019 Ишембай еренән, Торатауҙан сәләм!

Бында күркәм байрам бара.

Райондың ауыл хужалығы эшсәндәрен тәбрикләнеләр. Майҙанда иҫ киткес матур тирмәләр ҡаласығы ҡалҡып сыҡҡан. Төрлө тарафтан килгәндәр. Халыҡ мыжғып тора. Ямғыр ҙа беҙҙең янға килеп китте.
Милли уйындар,йыр-моң, спорт ярыштары - байрамды сағыу итә. Бишенсе бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла бында дауам итә. Әле Башҡарма комитет ултырышы бара. Тиҙҙән "Торатау йыйыны" тантаналы асыласаҡ. Ҡунаҡтарға, делегаттарға сағыу байрам әҙерләнгән.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға