«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Торатау йыйыны" дауам итә



29.06.2019 "Торатау йыйыны" дауам итә

Халыҡ араһында Бишенсе ҡоролтай делегаттары һәм Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та бар.

Республика етәксеһе байрам менән ҡотлап, беҙҙең яңы девизды ла яңғыратты: "Алға, Башҡортостан!"

Әле милли ярыш - "Ылаҡ" бара. Баймаҡтар менән ишембайҙар алыша. Үәт, шәп уйын! Егеттәр! Баймаҡтар бик оҫта, Ишембай егеттәре лә бирешмәй. Ылаҡ йыйын дауамында барасаҡ.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға