«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һабантуйҙар дауам итә



28.06.2019 Һабантуйҙар дауам итә

6 июлдә Мәскәү ҡалаһының "Коломенское" музей-ҡурсаулығында башҡорт һабантуйы үтә. Быйылғы сара республиканың 100 йыллығына арнала.

Илдең баш ҡалаһында йәшәүселәр һәм милләттәштәребеҙ иғтибарына билдәле сәхнә йондоҙҙары ҡатнашлығындағы ҙур концерт программаһы тәҡдим ителә. Һабантуй майҙанын халыҡтың көнкүрешен һәм йолаларын сағылдырған тирмәләр биҙәйәсәк, ошонда уҡ халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ, ҡунаҡтарға милли аш-һыу тәҡдим ителәсәк. Программала шулай уҡ милли һәм спорт ярыштары, халыҡ уйындары ҡаралған.
Республика исеменән Хәйбулла һәм Кушнаренко райондары вәкилдәре сығыш яһауы көтөлә.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: мәҙәниәт министрлығы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға