«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өйөңдә йыртҡыс хайуандар һәм ағыулы йыландар тотма!



28.06.2019 Өйөңдә йыртҡыс хайуандар һәм ағыулы йыландар тотма!



РФ Хөкүмәте Премьер-министры РФ Дмитрий Медведев аҫырауға алыныу тыйылған хайуандар исемлеге тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Унда кешегә ташланыуы менән ҡурҡыныс янаған йыртҡыс хайуандар, ағыулы йыландар, үрмәкселәр, һөйрәлеүселәр , шулай уҡ биктә тотоу уларҙың ғүмеренә ҡурҡыныс янауы менән хәүефле булған йәнлектәр инә. Әгәр ҙә улар 2020 йылдың 1 ғмнуарына тиклем алынған икән , был документ уларға ҡағылмай. Сикләүҙәр зоопарк, зообаҡса, цирк, зоотеатр, дельфинарий, океанариумға ла кертелмәй.
Хәҙер арыҫлан, юлбарыҫ, айыу, бүре кеүек хайуандарҙы, ағыулы кобра, скорпиондарҙы, тарантулаларҙы өйҙә тота алмайбыҙ.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға