«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Яңы ижад миҙгелен яңы режиссер менән



28.06.2019 Яңы ижад миҙгелен яңы режиссер менән

Академ театр баш режиссерлы булды!

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының ижад миҙгелен йомғаҡлау йыйылышында баш режиссер менән таныштырҙылар. Ул - Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Айрат ӘБҮШАҺМАНОВ!
Айрат Әхтәм улы 1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, хеҙмәт юлын актер булараҡ башлай. 1998-2003 йылдарҙа Рәсәй театр сәнғәте академияһында белем ала. 2004 йылдан академ театрҙа режиссер булараҡ "Яратыу гонаһмы?" (Т. Миңнуллин), "Әхмәтзаки Валиди Туған" (Н. Асанбаев), "Ай тотолған төндә" (М. Кәрим), "Бәхет хаҡы" (Х. Мөҙәрисова), "Йәнем, иртәгә яңы көн тыуыр" (Я. Пулинович), "Ҡара йөҙҙәр" (М. Ғафури), "Джут (Һуңғы йәйләү)" (О. Жанайдаров), "Ул бит кисә ине" (А. Әхмәтғәлиева), "Зөләйха күҙҙәрен аса" (Г. Яхина), "Мин Марат" (У. Ғәлиев) һәм башҡа спектаклдәрҙе сәхнәгә сығарҙы.
Яңы режиссерға ижади уңыштар, яңы идеялар һәм һаулыҡ теләйбеҙ!





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға