«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыуҙа һаҡ булығыҙ: батып үлеүселәр күп!



28.06.2019 Һыуҙа һаҡ булығыҙ: батып үлеүселәр күп!

Алдағы ялдарҙа 34 градусҡа тиклем эҫе көндәр көтә. Был мәлдә барыһы ла һыу инергә ярата.

Һыуҙа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотамағыҙ. Республикала аҙна һайын тиерлек 1-2 кеше һыуға бата. Әлеге көндә Шишмә районының Иҫке Ябалаҡлы ауылында ҡаҙ көткән ете йәшлек малайҙы эҙләйҙәр. Һыуға батҡан тигән фараз бар. Нуриман районында күлдә батҡан 33 йәшлек ҡатынды дүртенсе көн тапмағандар.

Һыу – хәүефле урын. Һаҡланғанды ғына Хоҙай һаҡлар.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға