«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иманға тулды күңелдәр



27.06.2019 Иманға тулды күңелдәр

Мөнжәт моңо - "Иман нуры"

Стәрлебаш районында мөнәжәт башҡарыусыларҙың "Иман нуры" төбәк-ара конкурсы үтте. Унда Ишембай, Ейәнсура, Мәләүез, Көйөргәҙе, Федоровка, Стәрлебаш, Миәкә райондарынан һәм Күмертау ҡалаһынан 30-ға яҡын кеше ҡатнашты. Уларҙың сығышын сәсәниә, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалия Солтангәрәева, йырсы-композитор, музыкант Радик Динәхмәтов, филология фәндәре кандидаты, Башҡотостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Миңлехәнә Баһаутдинова баһаланы.
Конкурс сиктәрендә "Башҡорт халыҡ ижады"ның 15-се томы "Мөнәжәттәр" китабының презентацияһы, ҡатнашыусылар һәм фольклор төркөмдәр етәкселәре өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтте.
Бәйгенең төп бүләген Ейәнсура районынан Ғәлиә Әбделмәнова яуланы. Ишембайҙан Рәйлә Ҡалмырҙина менән Нәйлә Ҡаһировалар, Стәрлебаштан "Күндерәкәй" һәм Федоровканан "Ағинәйҙәр" фольклор ансамблдәре лауреат исеменә лайыҡ булды.



Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға