«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Премьер-лигала легионерҙарға лимит индерелде



27.06.2019 Премьер-лигала легионерҙарға лимит индерелде

Рәсәй футбол клубтарында сит ил уйынсылары өсөн яңы лимит индерелде.
Хәҙер Рәсәй чемпионатында уйнаған һәр команда осрашыу алдынан заявкала булған 25 футболсының 8-ҙе генә легионер булырға тейеш. Ә бына уйын ваҡытында элеккесә уларға тыйыу булмай, йәғни яланға бер юлы 8-ҙе лә сыға ала. Быға тиклем осрашыуҙа бер ваҡытта 6 сит ил уйынсыһы сығып уйнай ала ине. Ә заявкаға уларға сикләү булманы. Уҙған миҙгел чемпионы – «Зенит» клубы составында 15 легионер уйнаны. Тимәк, киләһе миҙгелдән Питерҙа 7 сит ил футболсыһына урын булмаясаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға