«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҙна аҙағында эҫетәсәк



27.06.2019 Аҙна аҙағында эҫетәсәк

Бер нисә көн һалҡынса торғандан һуң Башҡортостанға йәйге эҫе әйләнеп ҡайтасаҡ. Алдағы ял көндәрендә төбәктә +28,+30 градус эҫе булыуы ихтимал.

Йомала, 28 июндә, урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, төндә төньяҡта уртаса, йәшен, елдең көсәйеүе фаразлана. Һауа температураһы төндә +6,+11, көндөҙ 19-24 градус йылы күрһәтәсәк.

Шәмбе, 29 июндә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа 28 градусҡаса йылынасаҡ.

Йәкшәмбе, 30 июндә, көндөң болотло булыуы көтөлә. Термометр бағанаһы урыны менән +32 градусҡа тиклем күтәреләсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға