«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Високосный год" төркөмө лидеры Илья #Калинников мәрхүм булды



27.06.2019 "Високосный год" төркөмө лидеры Илья #Калинников мәрхүм булды

Уның "#Метро", "Тихий огонек моей души", "Лучшая песня о любви", "Шестой день осени" тигән йырҙары күптәргә таныш.
Музыканттың йөрәге туҡтаған, Ильяға 46 йәш ине.


"Високосный год" төркөмө 1990 йылда Мәскәү өлкәһенең Фрязино ҡалаһында барлыҡҡа килгән. Уның йырҙары 2000-се йылдар башында ғәйәт популярлыҡ яуланы. Улар радио һәм телевидениела яңғыраны, аҙаҡ "#Дальнобойщики" сериалы башында "Тихий огонек моей души" йыры ныҡ билдәле булды.

Төркөмдөң 2000 йылда сыҡҡан бер генә альбомы бар, ул "Который возвращается" тип атала. "Високосный год" артыҡ шаулап йөрөмәне, шулай ҙа йырҙарын бар Рәсәй ярата.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға