«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путин беҙҙең юлдар тураһында дөрөҫөн әйтте



27.06.2019 Владимир Путин беҙҙең юлдар тураһында дөрөҫөн әйтте

Кисә Кремлдә Рәсәй Президенты рәйеслегендә автомобиль юлдары селтәрен үҫтереүгә һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә арналған Дәүләт советы ултырышы үтте.

Владимир Путин белдереүенсә, беҙҙә юғары сифатлы юлдар, үкенескә күрә, һаман да әҙ. Беренсе категория юлдарының дөйөм оҙонлоғо һуңғы дүрт йылда артҡан-артыуын. 2423 км-ға еткән. Былар - федераль трассалар. Алға китеш бар, тиһәк тә була. Әммә, ил башлығы әйтеүенсә, төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙы яҡшыртыу мәсьәләһе буйынса эшләргә лә эшләргә.

Юл хужалығында системалы үҙгәрештәргә өлгәшеү өсөн төбәктәр яҡын арала махсус программа ҡабул итергә тейеш.

Беҙҙең "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проекты ла бар. Президенттың был юҫыҡтағы эштәрҙең һөҙөмтәләрен күргеһе килә.

"Безопасность дорожного движения во многом зависит от качества и обустроенности дорог, в том числе – от их освещённости. С этим у нас, прямо скажем, беда. За пределами агломераций практически на всех дорогах – кромешная темень. И дело не только в неразвитой инфраструктуре. Дело, надо об этом прямо сказать, в объективном дефиците средств: ночной тариф на электроэнергию достаточно дорогой. Это вынужденная экономия, и она приводит, к сожалению, к авариям и трагедиям..." - тине Владимир Путин.

Тағы ла бер мөһим мәсьәлә: ауыр йөк машиналарының юлын көйләү. Ундайҙар юл торошона туранан-тура йоғонто яһай. Ауыр йөктө күтәрә алмаҫтай юлдар күп шул әле. Рөхсәт ителмәгән трассанан йөрөгән авмомашиналар күп осраҡта юлды емерә һәм һөҙөмтәлә был тирәлә мотлаҡ авария булып ҡуя. Был йәһәттән контролде көсәйтергә кәрәк, тине ил етәксеһе.

Ғөмүмән, Дәүләт советының әлеге ултырышы темаһы - бик етди. Һәм ҡарайһы мәсьәләләре лә күп. Уларҙы советтың эш төркөмө айҙар буйы анализлап, тикшереп сыҡҡан.



Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға