«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡорбан салыу урыны билдәләнде



26.06.2019 Ҡорбан салыу урыны билдәләнде

Быйыл Ҡорбан байрамы 11 авгусҡа тура килә. Уға әҙерлек әле үк башланды.
Өфө мэрияһында, мәҫәлән, ҡорбан малын ҡайҙа салырға була, тигән мәсьәлә ҡаралды. мәсеткә намаҙ уҡырға барғанда уҡ салып булмай бит инде.

Баш ҡалала был ғәмәлде үтәр өсөн ике майҙан бүленде. Зинин ҡасабаһындағы "Каруан" сауҙа үҙәге һәм төньяҡ автовокзал биләмәһендә.

Былтыр Зининда дөйөм урын эшләнгән булған да, Черниковка, Инорс яҡтарында йәшәүселәргә лә уңайлы булһын өсөн төньяҡ автовокзал территорияһын да һайлағандар.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға