«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Билдәле хоккейсы Максим Якуценя сәкәнен һөйәне…



26.06.2019 Билдәле хоккейсы Максим Якуценя сәкәнен һөйәне…

Серов ҡалаһы хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Максим Якуценя яратҡан шөғөлөнә нөктә ҡуйырға булды.
38 йәшлек һөжүмсе заманында «Металлург» (Серов), «Мечель» (Силәбе), «Металлург» (Новокузнецк), «Авангард», «Нефтехимик», «Металлург» (Магнитогорск), ЦСКА, «Трактор», «Донбасс» (Украина), «Детва» (Словакия) һәм «Салауат Юлаев» командалары өсөн сығыш яһай. КХЛ-да бөтәһе 618 осрашыу уҙғарып, 310 (122+188) мәрәй туплай.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға