«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Вәзир тауышын яҙҙырырға үҫмер кәрәк!



26.06.2019 Вәзир тауышын яҙҙырырға үҫмер кәрәк!

Кино режиссеры Айнур Асҡаров "Өс таған" фильмында ҡатнаштырыу өсөн 12-14 йәшлек үҫмер эҙләй. Ул башҡортса таҙа һөйләшергә, тауышы "һынмаған" булырға тейеш.

Айнур Юлай улы "Башҡорт егеттәре ҡайҙа? Башҡортса бер кем дә һөйләшмәйме әллә, Башҡортостан, һинең менән ни булған?", - тип аптырап, социаль селтәрҙәрҙә яҙма "элгән". Командаға һаман да Вәзир роле тауышын яҙҙырыу өсөн үҫмер кәрәк.

Әгәр ҙә берәй танышығыҙ, туғанығыҙ, улығыҙ башҡортса таҙа һөйләшһә, микрофондан ҡурҡмаһа, рәхим итегеҙ! Уны видеоға яҙҙырып алығыҙ һәм taganokfilm@mail.ru электрон почтаһына ебәрегеҙ йәки Айнурға 89118322780 телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Проектта ҡатнашҡан өсөн аҡса түләнәсәк. Оҙаҡҡа һуҙмағыҙ, ошо ике-өс көндә ролде яҙҙырырға тауыш табылырға тейеш.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға