«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Спартак» Глушаковка 100 миллион биргәнме?..



26.06.2019 «Спартак» Глушаковка 100 миллион биргәнме?..

Рәсәйҙең билдәле футболсыһы Денис Глушаков клуб етәкселеге менән уртаҡ килешеүгә килеп, команда менән килешеүен өҙҙө.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, команда уға компенсация рәүешендә 100 миллион һумға яҡын аҡса биргән тигән хәбәр таралды. Тик етәкселек, сумманы күпкә кәмерәк тип бара. Ул «Спартак» командаһында 2013 йылдан алып сығыш яһай. Улар составында Рәсәй беренселеге чемпионы була. Һуңғы ваҡытта етәкселек менән ғауғаға килеп, составка йүнләп эләккәне булмай. Уҙған миҙгелдә 18 осрашыуҙа ҡатнашып, өс тапҡыр гол индерә. Глушаков яңыраҡ команда эҙләүе хаҡында иғлан да биргән.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға