«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кличко янып үлә яҙған



26.06.2019 Кличко янып үлә яҙған

Испанияла ял итеп ятҡанда, Украинаның элекке билдәле бокссыһы Владимир Кличконың яхтаһы янып китә һәм уны урындағы һыу яры ҡотҡарыусылары ҡотҡарып ҡала.
Донъя экс-чемпионы әйтеүенсә, ҡотҡарыусылар ваҡытында килеп етә, уға һәм уның яҡындарына тиҙ арала ярҙам күрһәтелә. Йәрәхәтләнеүселәр юҡ.
Һуңғы тапҡыр рингка Кличко 2017 йылда сыға һәм дәғүәсеһенә еңелеп, карьераһына нөктә ҡуйырға мәжбүр була. Профессиональ алышта ул 64 еңеү байрам итә һәм 5-ндә отола.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға